Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө – ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгеле еткән мәлдә Ололар көнөн билдәләйбеҙ.
10 а класы уҡыусылары ла класс етәксеһе Айгөл Рәшит ҡыҙы менән 22 сентябрь көнө хеҙмәт ветераны Сания Хөсәйен ҡыҙы Латыповаға ярҙамға ашыҡтылар.
Ə «Берҙәмлек» мәктәп үҙидаралығы активистары инде һуғыш ветераны Шәһи Юныс улы Ишемғоловҡа үҙ ярҙамдарын күрһәттеләр. Егеттәр ишек алдындағы ҡый- ғыпырҙы тырмап, һепереп түгеп, рәткә килтерһәләр, ә ҡыҙҙар өйҙөң саңын һөртөп, иҙәнен йыуып сығарҙылар.
Уҡыусылар ветерандарға, ҡоростай сәләмәтлек,аҡ бәхеттәр,оҙон тыныс,мул татыу тормош теләп хушлаштылар.
Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен.