Ҡайын-ҡабаҡҡа экскурсия

29 сентябрҙә  8б класының  20 уҡыусыһы, класс етәксеһе Урманова Лилиә Шәһит ҡыҙы һәм география фәне уҡытыусыһы Ильясова Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы менән  районыбыҙҙың мөғжизәле урындарының береһе- Ҡайын-ҡабаҡҡа экскурсияға сыҡтыҡ.

Тәбиғәт һәйкәле тип иҫәпләнгән Ҡайын-ҡабаҡ тип аталған урындар беҙҙән 5 километр тирәһе алыҫлыкта урынлашҡан. Был тирәлә Ырымбур өлкәһенең ерҙәре башлана.

Мезозой эраларынан ҡалған уникаль ҡатламдар бар икән был ерҙәрҙә. Аҡ балсыҡ менән ҡапланған ҡатламдар алыҫтан уҡ күренеп тора. Элегерәк был ерҙәрҙә  ҡатҡан ҡабырсаҡтар, белеменит, коралдар ҙа булған тип һөйләйҙәр. Ете бүлексәгә (излучины)  бүленгән ҡалҡыулыҡтар 9 километрға һуҙылған икән. Был иҫтәлекле урындарҙа булыу, күреү бөтәбеҙ өсөн дә файҙалы булды. Районыбыҙҙың географияһы  буйынса белемдәребеҙҙе арттырҙыҡ.

Шулай уҡ, Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы яҡын тирәләге ер-һыу атамалары, уларҙың нисек килеп сығыуы, тарихы менән таныштырҙы. Мәҫәлән, ауылыбыҙҙың эргәһендә генә урынлашҡан Степной ауылының икенсе исеме лә булыуын беҙ белмәгәнбеҙ ҙә. Уны Ҡараһыу тип йөрөткәндәр икән элек.

Ҡайын-ҡабаҡ ерҙәрендә үҫкән үҫемлектәрҙе лә өйрәндек. Ҡылғандың (ковыль) был ерҙәрҙә бер нисә төрө үҫә икән. Нимәһе ҡыуаныслы, был тирәлә матур бәләкәй ағастар үҫеп киткәндәр. Улар ҡупшы ғына ағаслыҡҡа әйләнер киләсәктә.

Хайуандар донъяһы ла ситтә ҡалманы. Йомран һәм башҡа эреле-ваҡлы йәнлектәрҙең ояларын ҡараныҡ. Бер төлкөнө күреп ҡалыусылар ҙа булды. Ҡалҡыулыҡта, бик бейектән беҙҙе ул ҡарап торған. Шунан ҡасып китте.

Көҙ матурлығына күмелеп ултырған Ҡайын-ҡабаҡ беҙҙең бөтәбеҙгә лә оҡшаны.

     8б класы уҡыусыһы

Аҡҡужина Эльвира

20150929_094725 20150929_093937