Вход

Войти с помощью: 
Октябрь 2015
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Сен   Ноя »
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031  

“Ҡыңғырау” балалар фольклор ансамбле беренселекте яуланы!!!


Йылайырҙа балалар һәм ололар фольклор коллективтары араһында “Тере шишмәләр” тип аталған республика бәйгеһе булып үтте. Конкурста 2-се Аҡъяр мәктәбенең “Ҡыңғырау” балалар фольклор ансамбле ла ҡатнашты.

Ансамблдең төп маҡсаты – башҡорт халҡының йолалары, халкыбызҙың боронғо көйҙәре, уйындары менән таныштырыу. Балалар районда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ла ихлас ҡатнашалар, ололар йортона барып, уларҙың хәлдәрен белеп, концерт номерҙары менән ҡыуандырып та торалар.
“Ҡыңғырау” ансамбле, башка коллективтар менән сағыштырганда, әле күптән түгел генә ойошторолған. 4а класы уҡыусылары, класс етәксеһе Әлфиә Фәних ҡыҙы етәкселегендә 1 кластан ғына башлап шөғөлләнәләр. Эйе, был ансамблгә бары дүрт кенә йәш. Ошо ҡыҫҡа ғына вакыт эсендә Әлфиә Фәних ҡыҙы балалар менән бик етди шөғөлләнә. Улар былтыр Күмертау районында  үткән “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика балалар конкурсында  2-се урын яулаһалар, быйыл тағы ла бер баҫҡысҡа юғарыраҡ күтәрелделәр һәм Йылайыр районында үткән “Тере шишмәләр” республика конкурсына  барып беренсе урын яулап ҡайттылар. Афарин!
Башҡорт теле, тыуған иле өсөн янып торған уҡытыусылар, уҡыусылар булғанда, башҡорт йолалары, байрамдары киләсәктә лә онотолмаҫ, быуындан–быуынға күсер.

DSCN8316DSCN8305

Комментарии закрыты.

Хостинг для Wordpress сайтов