Сибәркәйҙәр сәхнә гөрләтте, күңелдәрҙә хистәр дөрләтте

Башҡорт ҡыҙы, һин шулай ғорур ҡал,

Һиңә ҡарап барыһы һоҡланһын.

Күҙҙәреңдә бөтмәҫ һөйөү нуры,

Тоғролоғоң мәңге һаҡланһын.

10-11 март көнө 2-се Аҡъяр мәктәбендә шаулап-гөрләп «Һылыуҡай — 2016» конкурсы булып үтте. Конкурсҡа береһенән-береһе сибәр, матур һәм аҡыллы ҡыҙҙар һайланды. Был бәйгенең март айының тәүге көндәренә тура килеүе  отошло булды: күңелдәргә дәрт өҫтәне, яҙ кәйефе бүләк итте.

10 мартта 5-7 кластар, ә инде 11 мартта 8-10 кластар иң матур, иң оҫта һылыуҡайҙарын конкурсҡа әҙерләне. Һылыуҡайҙар – нәфислек, йор һүҙлелек, уңғанлыҡта көс һынашты.

Улар араһынан бөтә яҡтан да “иң-иң” дәрен һайлап алыу бурысын жюри ағзалары – Директор урынбаҫарҙары Акилов Р.З., Тойғонова А.В., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мухаметшина Г.Э., технология уҡытыусыһы Ҡоҙабаева Х.Х., информатика уҡытыусыһы Рәхимов И.Б. һәм өлкән вожатый Рәсембәтова А.Р. башҡарҙы.

Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу. Һәр ҡыҙ үҙе, хыялдары һәм ғаиләһе тураһында һөйләне. Тамашасы күңеленең нескә ҡылдарын тирбәтеп ебәрҙе. Һылыуҡайҙар һүҙ оҫталыҡтарын төрлө алымдар, шиғри юлдарын файҙаланып үҙҙәре менән таныштырҙы, киләһе конкурста үҙҙәренең нимәгә маһир икәнлеген күрһәтте. Шулай уҡ һоруҙарға яуап биреү, мода күрһәтеү, хыялдарҙы һүрәттәр аша күрһәтеү конкурстарында ла бик ихлас ҡатнаштылар. Ҡыҙҙарҙы дәртләндерергә, уларға көс һәм илһам бирергә дуҫтары,классташтары, туғандары килгәйне. Улар дәррәү алҡыштар һәм плакаттар менән дәртләндереп ултырҙы.

Еңеүселәрҙе билдәләү иң тулҡынлы мәл булғандыр. Номинацияларҙы билдәләү, еңеүселәрҙе тәбрикләү жюри ағзаларына тапшырылды. Шулай итеп, 5-7 кластар араһында Эльвина Королева, Азалия Каландарова, Ғәлия Шәрипова, Карина Хекало төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды. Өсөнсө урын –Илюзә Байғабуловаға, Гөлиә Кусяповаға һәм Яна Родионоваға, икенсе – Алтынай Әлибаеваға һәм Вилена Изгинаға ә беренсе урын – Гөлнур Ҡунакасоваға бирелде. 7б класы уҡыусыһы Яҙгөл Төрөпҡолова Гран-приға лайыҡ тип табылды.

8-10 кластар араһында төрлө номинацияларға Гөлдәр Булатова, Нурзилә Байғабулова, Наҙгөл Батырова, Линара Һөйөндөкова лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Ильвина Рәсембәтова һәм Айһылыу Баймөхәмәтова бүлеште, икенсе урын – Юлия Ибраһимоваға, беренсе урын- Ралина Ғәлинаға бирелде. Матурлығы, нәфислеге һәм оҫталығы менән айырылып торған 8а класы уҡыусыһы Лиана Ҡыҙрасоваға Гран-при тапшырылды.

Ошо конкурстың бағымсылары булған Аҡъяр ауыл хужалығы башлығы Буранбаев Эльдар Әхтәм улына, Аҡъяр телевидениеһы директоры Данил Зиннәт улына, “Ләйсән” һәм “Лилиә” матурлыҡ салонына һәм мәктәп директоры Акбалин Рөстәм Салауат улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Шулай уҡ бәйгене ойоштороп алып барыуҙары өсөн 6а класына (класс етәксеһе Йәнегетова Л.З.), 6б класына (класс етәксеһе Зәйнәғәбдинова Ю.Ю.) һәм 8в класына (класс етәксеһе Азаматова Г.Х.) рәхмәтлебеҙ.

Сығыштарҙың милли колорит, рух көсө менән һуғарылыуы сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне. Ҡатнашыусыларҙың һәммәһе лә юғары кимәлдә сығыш яһаны. Был саранан ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа – бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды. Кисә еңеүселәрҙе ҡотлау, бергәләп фотоға төшөү менән тамамланды.

 

Өлкән вожатый Рәсембәтова А.Р.

 

AXgI8kHafHg

FfGdxISSFAI

 

 

 

 

 

 

 

OLYMPUS DIGITAL CAMERA

OLYMPUS DIGITAL CAMERA