Халыҡ-ара ололар көнө

1 октябрь көнө мәктәбеҙҙең тамаша залында Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған ҙур сара үтте. Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде.
Байрам программаһына мәктәп уҡыусылары сығышы йәм өҫтәне. Балалар лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән ветеранадарыбыҙға шиғыр, йыр-бейеүҙәрен бүләк итте. «Тарпан» һәм «Хәйбулла»  бейеү ансамлесығыштары, Фәрхәт Такаловтың, Гөлнәзирә Сәлимова, Ғәзищ Кужиндың бейеүҙәре  бөтәһенең дә күңеленә хуш килде, Роберт Исламов сағыу номерҙарын күрһәтте.Яңы мәктәпкә уҡырға килгән 1а класс уҡыусыларының сығышын бөтәһе лә яратып ҡабул иттеләр.  5б класс уҡыусылары башҡарыуында“Салауат вариҫтары” йыры сараға айырым йәм өҫтәне. Сираттағы байрам ветерандарыбыҙ өсөн күңел байрамына әйләнде. Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды.

Хөрмәтле ветерандарыбыҙ! Һеҙҙе тағы бер ихлас күңелдән Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!

Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Акилова Г.М.
dsc_0001 dsc_0013 dsc_0020 dsc_0021 dsc_0029 dsc_0032 dsc_0037 dsc_0045 dsc_0053