Мәктәп һылыуҡайы-2017

Мәктәп уҡыусылары ҙур теләк һәм  ихласлыҡ менән был сараға әҙерләнде. Бәйгелә

5-7, 8-10 класта уҡыған ҡыҙҙар ҡатнашты. Башҡорт ҡыҙҙары ниндәй  сифаттарға эйә булырға тейеш тигән һорау борсоно уларҙы…
Ҡыҙҙарыбыҙ һынатманы, сөнки уларҙың һәр береһе тырышып уҡып, район, республика  олимпиадаларында, төрлө ижади конкурстарҙа, класс һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. 
Күҙҙең яуын алырлыҡ милли кейемдә, оҙон сәс толомдарын  матур итеп үреп, мөләйем йылмайып сәхнәгә сыҡҡан һылыуҙарҙың  сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырғанда  тыуып-үҫкән яҡтары, киләсәккә изге уй-хыялдары, ата–әсәләренең өлгөһө тураһында һөйләнеләр, ошо күркәм мәктәптә уҡыу шатлығы менән уртаҡлаштылар. Жюри тарафынан  бәйгеселәрҙең  тышҡы матурлығы   ғына түгел, ә иң мөһиме – күңел байлығы, туған  телгә һөйөүе, халҡыбыҙҙың йыр-моңдарын, бейеүҙәрен, йололарын белеүҙәре баһаланды. Ҡыҙҙарҙың һәр береһе еңеүсе булырға лайыҡлы ине. Әммә һылыуҙарыбыҙ араһынан иң юғары баһа алып, 5-7 класс уҡыусылары араһында- Йәрмөхәмәтова Лилиана, ә 8-10 кластар араһында Ишемғолова Лилиә “Мәктәп һылыуҡайы – 2017” исемен яуланы. Шундай башҡорт рухлы ҡыҙҙар булғанда мәктәбебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәге өмөтлө тип ышанғы килә. Был күркәм сараны үткәреүҙә спонсор ярҙамы күрһәтеүсе Узбәкова Р., Бухарбаева Р., Әхмәрова А. ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары: Акилова Г.М.