Вход

Войти с помощью: 
Декабрь 2018
Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
« Ноя   Янв »
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31  

Туған телдәр көнө

14 декабрҙә Аҡъяр ауылының  2-cе һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Туған телдәр көнө үткәрелде. Был байрам айҡанлы бер нисә сара булып үтте.

5-11 кластар араһында кроссворд-викторина иғлан ителде.  5-6 һәм  7-8 класс уҡыусылары башҡорт теле, тыуған Республикабыҙ тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Ә  9-11 класс уҡыусыларына мәғрифәтсе-шағирыбыҙ М.Аҡмулланың тормошо һәм ижадына арналған һорауҙар тәҡдим ителде.

Уҡыусыларҙың туған башҡорт телендә ижад ителгән шиғырҙары һәм иншаларынан стенд эшләнде.

Шулай уҡ  туған телдәр көнөнә арнап, 14 декабрь көнө флешмоб үткәрелде.  5а (Мөхәмәтшина Г.Э),  5б (Урманова Л.Ш.) һәм 6м класы уҡыусылары (Дәүләтҡолова Р.А) Р.Ғариповтың  “Туған тел” шиғырын яттан һөйләнеләр.

Ошо уҡ көндә  мәктәп күләмендә М.Аҡмулланың тыуған көнөнә һәм Туған телдәр көнөнә арналған  башҡорт теленән тоталь диктант яҙыу ойошторолдо.  Бында  5-11 класс уҡыусылары  ҡатнашты. Һәр ҡатнашыусы үҙенең туған телен ҙурлауын, һөйөүен, ҡәҙерләүен белдерҙе. Рус телле уҡыусыларҙың да ҙур теләк менән килеп диктант яҙыуы бик ҡыуаныслы булды. Бындай уҡыусылар булғанда телебеҙ юғалып ҡалмаҫ, үҫер, һаҡланыр тигән ышаныс тыуа. Киләсәктә ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк булыр тип өмөтләнергә була.

Үткәрелгән бөтә саралар ҙа туған телгә бағышланды, уны һөйөргә, һаҡларға саҡырҙы. Яратайыҡ туған телебеҙҙе, ғәзиз тыуған илебеҙҙе!

Л.Ш. Урманова

Комментарии закрыты.

Хостинг для Wordpress сайтов