Матбуғат көнө

Аҡъяр ауылы 2-cе һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә Матбуғат көнө үткәрелде.  2019 йылдың 27 ноябрендә почта хеҙмәткәрҙәре 8б класы уҡыусылары менән осрашыуға саҡырылды.

      Почта хеҙмәткәрҙәре гәзит-журналдарға әүҙем яҙылған, яратып уҡыған уҡыусылар, оҙаҡ йылдар дауамында һыналған дуҫтар булып ҡалырға саҡырҙы.

     Халыҡ өсөн тәғәйенләнгән матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе – һуңғы тиҫтә йылда ҙур  мәсьәләләрҙең береһе булыуы билдәләп үтелде.  Үҙгәртеп ҡороу, баҙар иҡтисадына күсеү осоронда әкренләп башланған һәм әле үҙен айырыуса ныҡ һиҙҙергән был кире күренеш милли гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең башҡорт баҫмаларына ла ҡағылмай ҡалмауы билдәләп үтелде.

     “Милли матбуғат яҙмышы бөгөн хәл ителә, дуҫтар! Матбуғатҡа яҙылайыҡ – милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!”- тигән саҡырыу, өндәү һүҙҙәре яңғыраны.

     Гәзит-журналдарға ташлама менән яҙылыу ваҡыты хаҡында ла  һөйләп үтелде.

     Башҡортостандың 100 йыллығы һәм Театр йылына арналған һәм шулай уҡ “Хәйбулла хәбәрҙәре ” гәзите тураһында викторина ойошторолдо. Осрашыу ҡыҙыҡлы үтте, бик фәһемле булды.