“Башҡорт теле көнө”

Туған башҡорт телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, халҡыбыҙ ижады  буйынса белемде  үҫтереү, туған телгә һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү маҡсаты менән 2-се Аҡъяр мәктәбендә төрлө саралар үткәрелеп тора. Мәктәбебеҙҙә Туған тел көнөн  йыл һайын үткәреү үҙе бер йолаға әүрелде.

Быйылғы уҡыу  йылында ла13 декабрь көнө мәктәбебеҙҙә“Башҡорт теле көнө”нә бағышлап бер нисә сара үткәрелде.

 5б  класында “Теле барҙың- иле бар”  тигән сара булып үтте  (уҡытыусыһы Дәүләтҡолова Р.А.). Уҡыусылар башҡорт теле, тыуған Республикабыҙ тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Мәҡәлдәр әйттеләр, йомаҡтар систеләр,  ҡыҙыҡлы уйындар ҙа  уйнанылар. класында (уҡытыусыһы Урманова Л.Ш.)“Туған телем- иркә гөлөм” тигән интеллектуаль марафонүткәрелде. Уҡыусылар мәҡәлдәр әйттеләр, кроссвордтар, ҡыҙыҡлы ребустар систеләр,викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.