“Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020”

2-се Аҡъяр мәктәбендә “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” республика фестиваленең мәктәп этабы үтте. Ярыштар күңелле һәм сәмле барҙы, бер ғаиләлә бирешергә теләмәне һәм аҙағынаса бөтә көсөн һалып көрәште.

Мәктәп фестиваленең һөҙөмтәләре буйынса иң етеҙ һәм йылғыр тип Мәмбәтовтар ғаиләһе танылды. Уларҙың командаһы “Йәшен” тигән исемде йөрөттө. Улар район этабында мәктәптең данын яҡлаясаҡ. 2-се урынды “Айыуҙар” командаһы (Юнысовтар ғаиләһе) алһа, 3-сө урынды “Етеҙ кедалар” командаһы (Нураевтар ғаиләһе) биләне.  Башҡа ғаиләләр уларҙан бик аҙға ғына ҡалышты. Бар ҡатнашыусыларға грамоталар, бүләктәр һәм Яңы йыл ҡапсыҡтары тапшырылды. Әммә фестивалдең иң мөһиме – ғаилә менән бергә ял итеү, күңел күтәренкелеге, дуҫлыҡ ныҡлығы булды.