4б класында класс сәғәте

4б класында бөгөнгө класс сәғәте беҙҙең районыбыҙҙа тыуып үҫкән таныулы яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатованың юбилейенә арналды.
Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡортостандың Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған. 

Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә белем ала. Артабан Өфөләге 2- се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый. 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, Башҡортостан газетаһы редакцияһына эшкә ҡайта. 1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпаниһының “Ижад” берекмәһенә эшкә саҡырыла, әлеге мәлдә ошо берекмәнең етәксеһе. 

Фәрзәнә Аҡбулатова – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. “Атай икмәге”, “Зәңгәр ҡаялар” исемле китаптары донъя күрҙе. 1996 йылда “Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш, ” “Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге ” тигән фантастик повестары һәм “Атай икмәге”исемле китабы өсөн уға Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы бирелде.
Бөгөнгө һөйләшеү яҙыусының Атай икмәге тигән әҫәре тураһында булды.Уҡыусылар хикәйәнең төп геройҙарының һуғыш ваҡындағы күргән михнәттәре, аслыҡтың ниндәй ҡәһәрле икәнен уҡып һәм тыңлап үҙҙәренең ниндәй матур, ҡәҙерле йәшәүҙәре һәм уҡыуҙары тураһында уйландылар.