Милли кейем көнө

       Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын һаҡлау,  киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһында 10-11 сентябрь Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө тип иғлан ителде. Был ваҡиғаға арнап тематик берҙәм дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, класс сәғәттәре кеүек саралар үткәреү ҡарала. Беҙҙең мәктәп тә  ситтә тороп ҡалманы. Ә киреһенсә, ҙур шатлыҡ менән дәррәү әҙерләнде.

     10 сентябрь көнө 5д класы уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Үзбәкова Гөлшат Дамир ҡыҙы һәм рус теле уҡытыусыһы Ишбулдина Венера Зариф ҡыҙы менән районыбыҙҙың Тарих һәм Тыуған яҡты өйрәнеү музейында сәйәхәттә булдылар.  Унда Гөлшат Дамир ҡыҙы һәм Венера Зариф ҡыҙы музей хеҙмәткәрҙәре менән берлектә  “Халҡымдың һәр эше тере йәдкәр”  исемле дәрес  үткәрҙеләр. Музейҙән уҡыусылар йылы тойғоларға күмелеп, илһам-дәрт алып, хис-тойғолары менән бер-береһе менән бүлешә- бүлешә өйҙәренә таралдылар.