Ҡоштар көнөн билдәләнеләр

Бөгөн 4а класы уҡыусылары Ҡоштар көнөн билдәләнеләр. Кластан тыш сарала балалар беҙҙең яҡтың ҡоштарын русса-башҡортса дөрөҫ атарға, яҙырға өйрәнделәр, яңы һынамыштар менән таныштылар. Ҡоштар тураһында ребустар систеләр. Ҡыҙыл китапҡа индерелгән ҡоштарҙы һаҡларға, яҡларға, орнитологтар һымаҡ уларға ҡарата ихтибарлы булырға кәрәк тигән фекергә килделәр.