” Башҡорт теле – аҡыл теле “

10 декабрь башҡорт теле көнөнә арналған ” Ете аҙым ” марафонының көнө ” Башҡорт теле – аҡыл теле ” девизы аҫтында үтте.
Ҙур аҡылға, белемгә эйә булыр өсөн, әлбиттә, үҙ өҫтөңдә эшләргә, уҡырға, тырышырға кәрәк.
Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ла был көндө айырыуса тырышлыҡ күрһәттеләр.
Бөгөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың мәктәп этабы үтте, унда 5 – 11 класс уҡыусылары үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡаранылар, мәктәп буйынса йәмғеһе 109 уҡыусы ҡатнашты.
Шулай уҡ башланғыс класс уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты. 1 – се кластан 10 уҡыусы ” Матур яҙыу ” бәйгеһендә көс һынашты, ә 2 в класы уҡыусылары “Тыуған яғыңды беләһеңме ? ” викторинаһында белемдәрен тикшерһә, 7б, 8б класс уҡыусылары Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына арналған кроссворд систеләр.
Шулай ҙа бөгөнгө көндөң иң матур сағылышы булып, 6б класы уҡыусыларының ” Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” республика балалар һәм үҫмерҙәр журналына берҙәм яҙылыуҙары бөгөнгө көнгә ҙур мәртәбә өҫтәне. Класс етәкселәре Ләйсән Зәкир ҡыҙы Йәнйегетова. Афариндар !
Бөгөнгө көн үҙенең девизына тап килеп, файҙалы һәм йөкмәткеле булды.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Мөхәмәтшина Г. Э.