“Ете аҙым” марафоны старт алды!

7 декабрь беҙҙең мәктәптә “Ете аҙым” марафоны старт алды! Бөгөнгө көндөң девизы булып ” Башҡорт теле – иманлы тел” тигән һүҙҙәр алынды. ” “Башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы көнө” үткәрелде. Тәнәфестәрҙә мәктәп коридорҙары йыр – моңға тулды. Балалар радио аша шиғырҙар уҡынылар, ә “Күпер- ТВ” уҡыусыларҙан интервью алды. 5 г һәм 5 б класының уҡыусылары шиғыр флешмобында актив ҡатнаштылар.
Башланғыс класс уҡыусылары халыҡ уйындары менән таныштылар, тәнәфестә бөтөн класс менән “ Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ “, “ Алмамғош, бирмәмғош “, “Остолар- остолар “, “ Тирмә” , “Аҫҡаҡ төлкө “, “ Сылбыр” уйындарын дәртләнеп уйнанылар.
Ә инде 2г класы уҡыусылары бөгөн мәктәп китапханаһында балалар өсөн башҡортса журналдар менән таныштылар . “Акбузат”, “Аманат “журналдарын ҡулға алып уның мауыҡтырғыс әҫәрҙәрен уҡынылар. Класс етәкселәренә был баҫмаларға яҙылырға тип һүҙ ҡуйыштылар.
Ғөмүмән, бөтә үткәрелгән саралар әһәмиәтле, тәрбиәүи, тәрән мәғәнәле булды!

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Мөхәмәтшина Г. Э.