Халыҡ – ара диктант яҙыу майҙансығы ойошторолдо

Бөгөн Аҡъяр ауылы 2-се урта мәктәбендә лә башҡорт теленән Халыҡ – ара диктант яҙыу майҙансығы ойошторолдо. Был сарала, әлбиттә, уҡытыусылар, уҡыусылар, ата – әсәләр әүҙем ҡатнаштылар. Ҡайһылары ғаилә менән өйҙә яҙҙылар. Был сара телебеҙҙе хөрмәт итергә, яратырға, ҡәҙерләргә өйрәтә. Балдай татлы телебеҙгә һоҡланып, унан йәм табып йәшәйектәр. Телебеҙҙе онотмайыҡ, һаҡлайыҡ.
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант/#башдиктант2022
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам