«Еңеү диктанты»

2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең 7а класс уҡыусылары Төбәк-ара «Еңеү диктанты» акцияһында ҡатнашты. Диктантты уҡыусылар оффлайн форматта яҙҙы.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күпме йылдар үтте, әммә ул килтергән яралар һаман онотолмай. Эйе, беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйергә, фронтта һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән быуын тураһында иҫтәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Икенсе йыл ойошторолған «Еңеү диктанты» ла тап ошо тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында уҙғарыла